Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғинуарҙан ике ҡатлы учреждениела педиатрҙар ҡабул итә, диагностика кабинеттары эшләй. Яңауылға эш барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Капиталь ремонт үткәрелгән бинала малай-ҡыҙҙҙарға йыр -бейеү, ижади һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырылған. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Сәләмәтлек-тәү сиратта. Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы урындағы халыҡ көтөп алған объект. Сменаһына 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән медицина учреждениеһында 10 педиатр участкаһы һәм төрлө йүнәлештәге табиптар эше ойошторолған. Яңы асылған поликлиника менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.

Пациенттар ғына түгел, яны биналағы эш шарттарына аҡ халатлылар ҙа ҡыуана. 45 йыл урындағы поликлиникала хеҙмәт иткән шәфҡәт туташы Инзилә Миңлеғәлиева балаларҙың тын юлдарын дауалағанда яңы аппараттар менән эшләй.

Яңауылда балалар поликлиникаһы заманса талаптар буйынса төҙөлгән. Ике ҡатлы яҡты бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, сифатлы диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Поликлиникала яңы УЗИ, Рентген аппараттары, лаборатория, ял итеү өсөн «Әсә һәм бала» бүлектәре, тоҙ шахтаһы асыҡ.

Яңауыл балалар сәнғәт мәктәбендә лә һәр класс заманса йыһазландырылған. Капиталь ремонттан һуң асылған бинала уҡытыусылар яңы һулыш менән малай-ҡыҙҙарҙы мәҙәни-ижади һөнәрҙәргә өйрәтә. Сәнғәт мәктәбендә рәсем, скульптура, думбыра, баян, гитара,хореография, вокал дәрестәре ҡаралған.

530 кешегә иҫәпләнгән учреждение эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән бинаны яңыртыуға 47 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

2023 йылда Башҡортостан башлығы менән Тура линияла Яңауылдар Балалар сәнғәт мәктәбен ремонтлауҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Һуңғы йылдар тәжрибәһе буйынса Радий Хәбиров менән аралашыу барышында ҡабул ителгән граждандар мөрәжәғәте оператив хәл ителә. Яңауылда яңыртылған сәнғәт мәктәбе ошо тәжрибәнең яҡшы миҫалы.

Ф. Миһранова