Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, тоғро Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.