Алдағы төндә Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 23-28 градусҡа етә, ә аяҙайтҡанда урыны менән 30, хатта 35 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар һыуыҡтарҙы республиканың материкка күскән арктик антициклонына бәйләй. Белгестәр фекеренсә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 9-12 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Бөгөн дә республикала сатлама һыуыҡтар күҙәтелә.

Температураның түбәнәйеүен иҫәпкә алып Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙән рулдә иғтибарлы һәм мөмкин булғанса алыҫ араларға йөрөүҙән баш тартырға саҡыра. Юлға сыҡҡан осраҡта мотлаҡ автомобилдең техник торошон, бактағы яғыулыҡты, аккумляторҙы һәм яҡтылыҡ приборҙарын тикшереү талап ителә. Юлға үҙегеҙ менән йылы кейем, уңайлы аяҡ кейеме һәм телефон өсөн зарядлау ҡоролмаһын алырға онотмағыҙ. Юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежур итә. Ярҙам кәрәк булған осраҡта экранда күрһәтелгән телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.