Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Киләһе аҙнала мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. 30 ғинуарҙа Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда хәбәр итте. «Госстарт» тип исемләнгән йыйын икенсегә уҙғарылды, быйыл унда тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Кадрҙар менән эште нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йәш чиновниктар алдында ҡуйылған бурыстар тураһында киләһе материалда.

«Власть органдарында эшләгән һәр көн-хеҙмәт баҙарында һеҙҙең ҡиммәтегеҙҙе күтәрә,»-тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙа. Дәүләт кимәлендә бөгөн етди бурыстар ҡуйыла, уларҙы үтәгәндә яуаплы ҡараш һәм берҙәм булыу талап ителә. Һәр кем үҙ вазифаһында илдең тыныс киләсәге, еңеү өсөн көрәшә.

Ҡоро отчеттар заманы үтте. Уның урынына йәнле аралашыу, фекер алышыу. Власть һөҙөмтәлелеге-республика халҡы мәнфәғәте өсөн башҡарылған аныҡ эштәр. «Һәр кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәре Кесе Ватанға һәм илгә хеҙмәт итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйырға тейеш,» -тине төбәк етәксеһе.

Республика етәкселеге дәүләт хеҙмәтенең кадрҙар потенциалын яңыртыу һәм нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Йәш белгестәр һәм махсус хәрби операция ветерандарына айырыуса иғтибар. Тап халыҡҡа яҡын кешеләрҙең эшләүе власҡа ҡарата ышаныс уята һәм мәсьәләләрҙе күпкә тиҙерәк хәл итеү мөмкинлеге бирә. Форумда ҡатнашыусылар ике көн дауамында был сифаттарҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алды.

Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү-төбәк өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Күләмле форумдар уҙғарыла, мәғариф программалары һәм федераль проекттар тормошҡа ашырыла, заманса инфраструктура булдырыла. «Патриот» паркында үткән сарала Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков та Башҡортостандың илдең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.

Радий Хәбиров даими рәүештә йәштәр берләшмәләре вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарып, республика өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Ҡайһы бер һорауҙарҙың хәл ителеше төбәк етәксеһенең шәхси контроленә алына. Власть органдарында көслө кадрҙарға ихтыяж юғары, шуға күрә йәш дәүләт һәм мунициаль хеҙмәткәрҙәр өсөн ошондай форумдарҙы зональ кимәлдә лә уҙғарыу тәҡдиме индерелде.

Илдар Байбулатов