14 февралдә республикала “Рәсәй саңғыһы” сараһы үтә. Ҙур спорт байрамын уҙғарыуҙың үҙәк майҙансығы булараҡ Салауат ҡалаһы билдәләнгән. Республика Спорт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Былтыр күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы уҙыш Нефтекамала булды. Унда 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.