2027-2030 йылдарҙа Асҡын районында 7 ҡаҙанлыҡты яңыртыу ҡарала. 9 ауылды “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу планлаштырыла. Асҡын район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Солтанай, Әмир, Иҫке Күскилде, Мота Йылға ауылдарына тәбиғи газ үткәрелә. Киләһе йылда Солтанбәк һәм Сураш ауылдары халҡы ла газ ҡуллана башлай. Шулай уҡ Гөмбә һәм Яңы Сөйөш ауылдарын да газ селтәрҙәренә тоташтырырға ниәтләйбеҙ. 5 йыл эсендә райондың газ инфраструктураһы өсөн ныҡлы нигеҙ булдырылды. 2030 йылға тиклем газ үткәреү 80 процентҡа етергә тейеш”, - тип яҙған Динис Йосопов. Былтыр Асҡын районында Баҙансат һәм Оло Йылға ауылдары араһында газ үткәргес төҙөлөшө тамамланды.