Премьер-министры Андрей Назаров Алтай республикаһына эш сәфәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул төбәк хөкүмәте етәксеһе Александр Прокофьев менән осрашҡан. Һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш һәм туризм өлкәһендәге уртаҡ проекттар буйынса фекер алышыу булған. Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙең республика Алтайға ветеринар һәм төҙөүселәрҙе ебәрә, улар яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. “Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса, беҙ Алтайға табиптар, төҙөүселәр, сәнәғәт белгестәре оҙаттыҡ. Бөгөн дуҫтарыбыҙға йәнә ярҙам кәрәк. Ике төбәктең тәжрибәһен һәм ҡеүәтен берләштереү һөҙөмтәле буласағына шикләнмәйбеҙ”, - тип яҙған Телеграм каналында Андрей Назаров.