Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә бағышланған төбәк-ара ярышта 4-се–11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Ижади бәйге башҡорт телен пропагандалау, һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы 6 февралдә Учалы ҡалаһында үтә. Быйыл Әхәт Мортазиндың тыуыуына 67 йыл тула. Коллегабыҙ һәм остазыбыҙ 2018 йылдың 13 мартында арабыҙҙан китте.