Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Проектҡа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты финанс сығымдар бүлер тип күҙаллана. Башҡортостан башлығы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты.
Радий Хәбиров шулай уҡ бинала асыҡ музей йәки галерея булдырыу бурысын да ҡуйҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк башлығы уҙған аҙнала Актерҙар йорто менән танышҡайны. Унан алда Алмас Әмиров Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп тәғәйенләнде.