Асҡын районында ағинәйҙәр ҡоро яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй

Ағинәйҙәр ҡоро яугирҙарҙың ныҡлы терәге. Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе ирекмәндәре шундай фекерҙә. Улар фронҡа ярҙам эшмәкәрлеген барлап, йыл йомғаҡтарына арналған осрашыу уҙғарҙы. Сараға әле Ватан һағында торған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылғайны. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин яҙмаһында.

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр ҡоро ойошмаһы йыл йомғаҡтарын барлай. Махсус хәрби операция башланған көндән улар арымай талмай фронтҡа ярҙам итә. Маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре ҡоя, һалдаттар өсөн татлы Асҡын бауырһағын бешерә, туҡмас киҫә.

Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәре дәррәү эшләй. Уларға ярҙамға күрше ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡушылған. Ағинәйҙәрҙе бер теләк берләштерә.Тиҙерәк еңеү килһен, Ватан һаҡсылары иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын.

Осрашыуға әле махсус хәрби операция биләһендә Ватан һағында булған егеттәрҙең ата-әсәләре һәм яҡындары саҡырылды. Витамин ҡушаматлы яугир әле Донецк Халыҡ республикаһында хеҙмәт итә. Атаһы улының кәйефе көр булыуын билддәләй.

Осрашыу һуңында Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәре үҙҙәре туплаған сираттағы гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатты. Улар ебәргән күстәнәстәр тәғәйен урынға барып етте. Шул иҫәптән Асҡын сәнғәт мәктәбе уҡыусылары төшөргән һүрәттәр ҙә.

Ағинәйҙәр халҡыбыҙ рухы һаҡсылары. Бөгөн улар яугирҙарыбыҙҙың ышаныслы тылына әйләнде. Уларҙың изге теләктәре һәм доғалары Ватан һаҡсыларына ҡалҡан булһын.

Рафиҡ Әхмәтшин