Ул полицияның дежур бүлегенә шылтыратып Ульяновтар урамында «Лада Гранта» автомобиле менән эскән ир идара итеүе тураһында хәбәр итә. Урынға шунда уҡ уҡ юл-патруль хеҙмәте экипажы сыға. Шаһиттың мәғлүмәте тулыһынса раҫлана. Алкотестер һөҙөмтәһе Ейәнсуранан 55 йәшлек водителдең эскән булыуын күрһәтә.
Благовещен районында иһә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 7-се модель «ВАЗ»ды баҫтырған. Уның водителе инспекторҙарҙың талабын һанға һуҡмайынса, газға баҫа. Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ автомобилде эҙәрлекләй башлай. Бер аҙҙан ҡасырға маташҡан водитель ҡулға алына. Документтарҙы тикшергәндә рулдә 16 йәшлек үҫмер булыуы асыҡлана. Ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ваҡиға урынына саҡыртылған ата-әсәгә ҡарата процессуаль материалдар йыйылған. автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.