Һыуҙы ул таҙартып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты көсәйтеү өсөн витамин һәм минералдар менән байыта ала. Был проект авторы «Студенттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе һәм 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.
Тәү ҡарашҡа киң ҡулланышҡа тәғәйенләнгән ғәҙәти һыу фильтрҙары. Ләкин Андрей Дворцов уны һәр ҡулланыусыға шәхсән көйләй алырлыҡ ҡоролма итеп камиллаштырған. Бының өсөн мобиль ҡушымтаға кешенең сәләмәтлеге тураһында мәғлүмәттәр биреү ҙә етә. Махсус программа фильтрға тейешле параметрҙар индерә. Ә ул үҙ сиратында һыуҙы төрлө минералдар менән байыта.
Студент фекеренсә, биометрик система һаулыҡ һаҡлау һәм сирҙәрҙе профилактикалау өлкәһендә ҙур алға китеш. Уның башланғысы «Студенттар стартабы» конкурсында ла юғары баһаланған. 1 миллион һумлыҡ грантты Андрей фильтрҙы артабан да камиллаштырыуға йүнәлтәсәк.