Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програмаһы республикала ун йылдан ашыу эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә районда инфрастуктураны яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылған.
Программа буйынса һыу үткәрелгән, спорт һәм тренажер майҙансыҡтары төҙөлгән, мәктәп ҡыйығы ремонтланған, хоккей-ролик, балалар майҙансыҡтары йыһазландырылған, ял паркы төҙөкләндерелгән. Сиратта-Максим-Горький мәктәбендә тәҙрә блоктарын алмаштырыу бурысы тора. Проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу халыҡтың, муниципаль органдарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың берҙәм эш итеү һөҙөмтәһе. Шулай уҡ махсус хәроби операциялағы яугир Салауат Ринат улының ярҙамы, күп балалы ғаиләләрҙең әүҙемлеге лә иғтибарға лайыҡ.