Сарала республика район-ҡалаларынан 20-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфө районың Михайловка мәктәбендә ойошторолған уҙышты үткәреү өсөн спорт залына махсус ковролин түшәлгән. Пульт менән идара ителгән машиналарҙа ярышта өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Уларҙан техника менән идара итеү оҫталығы, бар кәртәләрҙе тиҙ һәм аварияһыҙ үтеү талап ителә. Шулай уҡ аккумуляторҙың көсө бөткән осраҡта һанаулы ғына ваҡыт эсендә алыштырып өлгөрөү шарт. Педагогтар әйтеүенсә, балалар радиоидаралы моделдәрҙе йыйырға ла. камиллаштырырға ла, төрлө конкурста ҡатнашырға ла ярата. Был уларға заман технологяиларын үҙләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ был шөғөл һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә файҙалы, уҡыусылар ныҡлап инженер йәки айти белгес һөнәре менән ҡыҙыҡһына башлай.