Башҡортостанда МХО яугирҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса системалы эш башлана

Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү башлана. Был турала Республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров быйыл Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон проекталауҙы ла башларға ҡушты. Был эшмәкрлекте финанслау бурысы «Өфө» аэропортына йөкмәтелә. Оператив кәңәшәмлә ҡаралған ошо һәм башҡа темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Эшҡыуарлыҡ-иҡтисадтың нигеҙе. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда урта һәм бәләкәй бизнес менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Былтыр үҙ эшен асыусылар иҫәбе 9 меңгә күбәйгән. Бюджетҡа уларҙан 24 миллиард һумдан ашыу һалым ингән.

Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү бурысын да ҡуйҙы. Был эш системалы рәүештә алып барылырға тейеш, тине Радий Фәрит улы.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә «Өфө» аэропортының эш һөҙөмтәләре лә ҡаралды. Баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы әлеге ваҡытта яңырыу осоро кисерә, ыңғай үҙәрештәр күҙәтелә. Радий Хәбиров аэропорт етәкселегенән Актерҙар йортон ремонтлауҙы проектлауҙа ярҙам һораны. Компания финанс сығымдарҙы ҡапларға әҙер.

Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре рәйесе, халыҡ артисы Алмас Әмиров әйтеүенсә, Актерҙар йорто Өфөнөң йөҙөн билдәләгән тарихи объекттарҙың береһе. Әммә бинала файҙаланыуға тапшырылғандан алып ремонт эштәре үткәрелгәне юҡ.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ грипп һәм башҡа киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы профилактикалау, юл фажиғәләрен, янғындарҙы, коммуналь аварияларҙы кисектереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Рәмзиә Кәримова