Республикала терроризм менән көрәш өсөн чат-бот булдырылды

Хәбәрҙәр аноним ҡабул ителә. Республикала йәшәүселәр Телеграмда енәйәттәр әҙерләнеүе тураһында мәғлүмәт ҡалдыра ала. Һүҙ инфраструктураға зыян килтереү, хәрби комиссариат йәки административ биналарға ут төртөү ниәте менән йөрөүселәр хаҡында бара. Чат-ботҡа текст, фото һәм видеояҙма ебәрергә була.