Был тема республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бөгөн республика мәктәптәрендә 500 меңдән ашыу бала белем ала. Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың барыһы ла бушлай йылы аш менән тәьмин ителгән. - Белем биреү учреждениеларында тикшереүҙәр уҙғарыла. Аш-һыу сифатына иғтибар арта. 2025 йылда Социаль туҡланыу идаралығы 700-ҙән ашыу инспекция ойошторолған. Мәктәптәрҙә ашханаларҙы яңыртыу өсөн 130 миллион һум тотонолған.