Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы бара

Өфөлә генә 2 меңдән ашыу ҡаргиҙәр теркәлгән, шуларҙың 1 меңдән ашыуы – граждандарҙыҡы, 800- ҙән ашыуы – ойошмаларҙыҡы. Тикшереүҙәр ял көндәрендә лә ойошторола. Күптәр ҡаргиҙәрҙә йөрөү өсөн тап шәмбе, йәкшәмбе көндәрен һайлай. Теркәү ҡағиҙәләрен боҙған һәм танытмаһыҙ идара иткән граждандарға штраф һалына, транспортты  тартып алыуҙары ла ихтимал.