Владимир Путин Владислав Бочаровҡа үлеменән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе

Владимир Путин Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Владислав Бочаровҡа үлеменән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе. Алтын йондоҙҙо бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған гвардия капитанының ата-әсәһенә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы Сергей Липилин тапшырҙы. Тантаналы саранан Айнур Кәбиров репортажы. 

Ул һәр саҡ бәйләнеш булмаған ерҙә яуға инә. Ләкин әсәһенең хәлен белешергә, үҙе тураһында хәбәр итергә әмәлен таба. Юля был хаттарҙы иламай уҡый алмай. Әсәй, борсолма, минең менән барыһы ла яҡшы. Тыйнаҡ егет үҙ ҡаһарманлыҡтарын һөйләргә яратмаған. Әсә улы күрһәткән батырлыҡтар тураһында Владиславтың яуҙаштары йә булмаһа командирҙары яҙған хаттарҙан ғына белгән.

Владиславтың батырлыҡтары тураһында әсәһенең ғорурлығы булып һаҡланған кителендәге орден- миҙалдар ҙа һөйләй. Балтик флотының диңгеҙ пехотаһында разведка ротаһы командиры Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье өлкәһен азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡырҙар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып тотош батальондарҙы ут эсенән алып сыға.

Мәктәпте һәм хәрби училищены ла алтын миҙалға тамамлай. Тәрбиәле, тырыш һәм илһөйәр егет йәш булыуына ҡарамаҫтан, өлкән яуҙаштарына ла үрнәк була. Уның тормош юлы йәш быуынға ла өлгө, тине Радий Хәбиров алтын йондоҙ тапшырыу тантанаһында.

Власдиславтың кителенә иң юғары, әммә һуңғы йондоҙ өҫтәлде. Уны ҡабул итеп яугир әсәһе барлыҡ геройҙарҙы ла хәтерҙә һаҡларға өндәне. Хәтерҙә икән, тимәк, улар үлмәгән.

Башҡортостан үҙ геройҙарын онотмаясаҡ. Герой улдарының хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән барыһы ла эшләнәсәк, тине Радий Хәбиров Владиславтың ата-әсәһе менән әңгәмәлә. Рәсәй Геройының тыуған ҡалаһы Белоретта мәктәп музейы, аллея барлыҡҡа килгән. Ә йортонда инде ҡаһарман яҡташыбыҙҙың иҫтәлеге булып уның окопташ иптәше -киса ҡушаматлы бесәйе йәшәй. Яугир һәләк булғас бесәйҙе әсәһенә Запорожьенан ирекмәндәр алып килеп тапшыра.

А.Кәбиров