Теүәл 81 йыл элек Ҡыҙыл Армия нацистарҙың «Освенцим» үлем лагерын азат итә. Тарихи дата уңайынан Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫкә алынды. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған сарала «Хәтер шәме» тип исемләнгән мемориаль концерт ҡуйылды. Сәхнәлә милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, билдәле артистар сығыш яһаны. Сара сиктәрендә Холокост темаһы буйынса әүҙем мәғариф эше алып барған педагогтарға республика йәһүд йәмғиәтенең «Хәтер күбәләге» премияһы тапшырылды. Залда йәш быуындың күп булыуы ла тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында уҙған быуат ваҡиғаларына арналған фотокүргәҙмә лә үтте. «Хәтер аҙналығы» проекты «Президент гранттары фонды» ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу буйынса мәғариф һәм мәҙәни акциялар, тәү сиратта, халыҡтар һәм конфессиялар араһында татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән.