Бөгөн Милли музейҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар ордены кавалеры Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған экспозицияның бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғаларға, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә һәм мәҙәниәт, дин, медицина, фән һәм спортҡа арналған. Фотоларҙы автор Милли музейға бүләк итә. Мәҙәни мираҫ музей коллективы ойошторған яңы проекттың тәүге экспонаттары.