Башҡортостанда 300 литрҙан ашыу һөт һатыуҙан алынған

Ул сифатһыҙ тип табылған. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре һөт продукцияһын һайлағанда эсемлектең составын һәм ҡулланыу мөҙҙәтен тикшерергә кәңәш итә. Республикала аҙыҡ-түлек сифаты буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды. Уны Сауҙа һәм  хеҙмәттәр министрлығы  ойошторҙо.  Ведомство етәксеһе Азат Асҡаров белдереүенсә, сифатһыҙ тауар асыҡланған осраҡтар ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирелә. Шылтыратыуҙар ай аҙағына  тиклем ҡабул ителә. Элемтә телефоны: 218-09-78.