Салауатта 1 февралдән автобус һәм трамвайҙа йөрөү ҡиммәтләнә

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, автобуста билет хаҡы 46 һум торасаҡ. “Алға” транспорт картаһы менән 42 һум түләнә. Электр транспортында йөрөү ҡул аҡса менән иҫәпләшкәндә  - 38, “Алға” картаһы буйынса 35 һум була.