Республикала 60-ҡа яҡын социаль объект төҙөлә

Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Улар араһында милли проекттар буйынса һалынғандары ла бар. Уларға инфраструктура бюджет кредиттары йәлеп ителә. Быйыл Иглиндә поликлинка, Үрге Ҡыйғыла балалар сәнғәт мәктәбе, Сибайҙа мәктәпкә нигеҙ һалыу ҡарала. Былтыр Башҡортостанда 14 социаль объект сафҡа индерелгән. Төҙөлөшкә 17 миллиард һум бүленгән. Башҡортостан Төҙөлөш министрлығына Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында поликлинкалар төҙөлөшөн тамамларға ҡушылды.