Уҙған йылда 35 илгә 530 мең тонна тауар һатылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, экспорт күләме һуңғы 5 йылда 1 миллиард 800 миллион доллар булған. Уның ҙур өлөшө майлы культураларға тура килә. Башҡортостанда үҫтерелгән һәм етештерелгәнде башлыса Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Әзербайжан һатып алған.