Үҙенсәлекле сара Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арнала. 27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә ил театрҙары һәм мәҙәни майҙансыҡтары үҙ ишектәрен аса. Программала – киске һәм төнгө спектаклдәр күрһәтеү, асыҡ репетициялар, ижади осрашыуҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, пьесалар уҡыу һәм башҡа форматтар, былар тамашасыларға театр сәнғәтенә яңыса ҡарарға һәм уның күп яҡлы тәбиғәте менән танышырға мөмкинлек бирә.Саралар киң аудитория, профессиональ театр берләшмәһе өсөн иҫәпләнгән. Был театр донъяһына сумыу һәм сәнғәттең яңы яҡтарын асыу өсөн шәп мөмкинлек, ҡатнашыу бушлай, – тип белдерәләр мәҙәниәт министрлығынан.