Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Берҙәмлектә-көс. Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ошо уңайҙан төбәктә күләмле мәҙәни-спорт сараһы үтте. Тулыраҡ Рүзилә Ғүмәрова әҙерләгән яҙмала.

Матрай ауылында үткән «Берҙәмлектә-көс» сараһы Фәрит Солтанов менән Рәил Аҡҡужин иҫтәлегенәрайон-ара волейбол турниры менән башланды. Уҡытыусы, һәм спорт ветераныхөрмәтенә үткән спорт сараһы юғарыкимәлдә ойошторолдо. Ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барған ярышта Матрай ветерандарыкомандаһы лайыҡлы беренсе урын яуланы.

Ауыл халҡы махсус операцияла ҡатнашыусыларғаһәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Бында яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрәләр, йылыәйберҙәр бәйләйҙәр, өй ризыҡтары бешерәләр. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ағинәйҙәрменән берлектә сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

Башҡортостандың «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшкән Матрайҙар республикала беренселәрҙән булып «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы филиалын булдырҙы, уның төп бурысы-һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Берҙәм тауыш менән ойошма етәксеһе итеп Айгөл Нәзирова һайланды.

Рүзилә Ғүмәрова