Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында яңы музей асылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында яңы музей асылды. Граждандар оборонаһы музейында студенттар туплаған экспонаттар урын алған. Кәштәләрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡомартҡылары, Совет осоро медицинаһы артефакттары, махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтҡан дрондар, ҡоралдар, снаряд өлөштәре. Хирургия өҫтәле һәм медицина инструменттары-бөтәһе лә хәрби биләмәлә медицина ярҙамы күрһәтеү атмосфераһын еткерә. Музейҙы булдырыу идеяһы махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд етәксеһенә ҡарай. Сергей Вилданов экспонаттарҙы студенттар менән бергә өс йыл дауамында туплаған.

Музейға экскурсия программаһы беренсе мецицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресен дә үҙ эсенә ала. Студенттар киҫкен хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарырға өйрәнә.