Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк. Һүҙ ремонт-биҙәү эштәренең сифаты, уларҙы ҡабул итеү һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөүгә берҙәм талаптар индереү тураһында бара. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына, шул иҫәптән торлаҡ хаҡына нисек йоғонто яһаясаҡ? Төҙөүселәр һәм фатир тәҡдим итеүселәр фекерен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Тиҙҙән Айгөл Мөхәмәтйәнованың да фатирында шундай уҡ ҡорамалдар буласаҡ. Таҙа ремонт менән тапшырылған торлаҡ төҙөүсе ышаныслы подрядсыны һайлауы ла осраҡлы түгел. Ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләүсе әсә баш ҡалаға Сибайҙан күсеп килгән.«Ғаилә» ипотекаһы программаһында ҡатнашҡан. Миловкала бер бүлмәле фатирҙы тәүге иғәнәһеҙ биш миллион ярым һумға һатып алған. Үҙ аллы ремонт яһау ул тауыш, бысраҡ кеүек уңайһыҙлыҡтар тыуҙырасаҡ, подрядсылар менән аралашыу ҙа артыҡ мәшәҡәтле буласаҡ, тигән фекер яҡлы.
Торлаҡ төҙөү темптары тотош ил буйынса йылдан-йыл арта бара. Шуға күрә федераль төҙөлөш министрлығында росстандарт менән берлектә ремонт-биҙәү эштәренә дәүләт стандарттарын индереү мәсьәләһе көнүҙәк. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин белдереүенсә, документта яңы төҙөлгән йорттарҙың иҙәндәре һәм стеналары ниндәй булырға тейешлеге яҙылған. Шулай уҡ штукатурлау, шпатлевка, биҙәү, буяу һәм обой йәбештереү сифатына, түшәмдәрҙе ҡуйыуға талаптар етди. Был тәҡдимде ил етәксеһе Владимир Путин да хупланы.
Был күп фатирлы яңы йорт Өфө районының Ольховое ауылында яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған. Дүрт ҡатлы торлаҡта бер бүлмәлеләрҙән тыш, ике һәм өс бүлмәлеләре лә бар. Күпселек осраҡта төҙөүселәр торлаҡты таҙа ремонт менән һата, сөнки ҡаланан ситтә бындай күсемһеҙ милекте һатыу ауырыраҡ, тип билдәләй риэлтоҙар.Таҙа ремонтлы фатир һатып алыусыларҙың ваҡытын экономиялай һәм артыҡ көс сарыф иттермәй, хаҡтарҙы ла көйләйәсәк, ти күсемһеҙ милек менән эшләүселәр.
Дәүләт стандартында өс ремонт кимәле-стандарт, яҡшыртылған һәм бизнес кимәлдәре буласаҡ тип күҙаллана. Сикләүсе конструкциялар, тәҙрәләр һәм ишектәр уға индерелмәйәсәк.Төҙөүселәр башҡарылған эштәргә гарантия бирә. Етешһеҙлектәр асыҡланғанда компания уларҙы бөтөрөргә бурыслы. Төҙөүселәр раҫланған нормативтар буйынса эшләгәс, технология боҙолоу хәүефе лә кәмей.
Дәүләт стандарты бөтә компаниялар өсөн берҙәм талаптар булдыра. Әммә ҡайһы бер төҙөүселәр фекеренсә, үҙгәрештәр хаҡҡа ла йоғонто яһаясаҡ.Һатып алған яңы торлаҡта үҙ дизайны буйынса ремонт эшләргә теләүселәрҙе иһә матди сығымдарҙың кеҫәгә һуғыуы ла борсолдормай. Сөнки халыҡ заманса һәм уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй.
Яңы дәүләт стандартын илдә йылдың икенсе кварталында индерергә ниәтләйҙәр. Төҙөүселәр ҙә был яңылыҡтан ыңғай үҙгәреш көтә: фатирҙарҙы хужаларға тапшырыуҙа проблемалар кәмейәсәк Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа дәүләт стандартын булдырыу күсемһеҙ милек баҙарында тотороҡлолоҡ һәм аныҡлыҡ индерергә ярҙам итәсәк.
Ремонтлымы әллә ремонтһыҙмы? Тәүге осраҡ бер ниндәй мәшәҡәт тә талап итмәй, шунда уҡ күсенеп йәшәргә була.Дизайн башҡалар торлағыныҡы һымаҡ, төҙөлөш материаилдары ла артыҡ ҡиммәт түгел.Ә ремонтһыҙ йортҡа күсеү хыялы тормошҡа ашһын өсөн кеҫәң генә ҡалын булһын.
Гүзәл Борханова