Йәлембәт ауылы халҡы Ғаилә паркын үҫтереү өсөн урындағы башланғыстар программаһына ҡушылды

Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһына берҙәм ҡушылды. Тәүге ултырышта халыҡ бер тауыштан былтыр асылған Ғаилә паркын заманса спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм балалар өсөн өҫтәмә шарттар булдырырға тигән ҡарарға килде. Шулай уҡ биләмәне яҡтыртыу, велосипед юлдарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Ауыл биләмәһе депутаты Азамат Ишкинин башланғысы менән быйылғы миҙгелдә һырғалаҡ төҙөлгән. Киләсәктә был парк һәр кемдең спорт менән шөғөлләнеү, әүҙем ял урынына әүерелер тип көтөлә.