Башҡортостандан пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары МХОла тәжрибә туплай

Улар яугирҙар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Был турала Республика Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, әле был подразделениеларҙа йәштәргә өҫтөнлөк бирелә. Йәштән үк төрлө гаджет ҡулланғандар, уйын уйнағандарҙың  етеҙлеге, аналитик фекерләүе үҫешкән. Улар пилотһыҙ осҡос менән идара итергә тиҙерәк өйрәнә. Башҡортостанда әҙерлек үҙәктәре булдырылған. Шулай уҡ дрондар етештереү яйға һалынған. Белгестәр фронттан ҡайта, пилотһыҙ системаларҙы камиллаштырыуҙа ярҙам итә, тине Алик Камалетдинов.