Былтыр Башҡортостанда 221 километр юл ремонтланған

Был эш  "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса  башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай-Иҫке Балтас,  Белорет-Миәс, Магнитогорск-Ира, Стәрлетамаҡ-Магнитогорск, Өфө-Белорет трассалары тәртипкә килтерелгән. Был юлдар туристик,йә  ҙур сәнәғәт объекттарына илтә, федераль трассалар менән тоташа.  Шуға уларға айырыуса иғтибар бирелә. Башҡортостанда 4 мең километр юл бар.  3 мең 188 километры - республика  әһәмиәтендә.