Был турала Республика хөкүмәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө департаменты директоры Олег Байдин белдерҙе. - Проект 2022 йылда әҙерләнде. Бөгөн төҙөлөш өсөн сығымдар 2 миллиард 140 миллион һумға баһалана, - тине ул. Цирк тарихи һәм мәҙәни һәйкәл һанала. Ул 1968 йылда асыла. 2017 йылда авария хәлендә тип табыла һәм ябыла.