Башҡортостандың муниципаль эш тәжрибәһен тотош илгә таратыу талап ителә

Был турала бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумында белдерелде. Сараның пленар ултырышы «Торатау» конгресс холында үтте. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумы өсөнсө тапҡыр ойошторола. Күләмле, абруйлы сараны быйыл тап Башҡортостанда уҙғарыу осраҡлы түгел. Республика уңышлы эш тәжрибәләре менән дан тота. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам сараларын айырым билдәләп үтте.

Форумда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Муниципаль хеҙмәт вәкилдәре уңышлы эш алымдары менән бүлешә, биләмәләрҙе үҫтереү пландары менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, Ауырғазы районында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса «Йәнле ауыл» программаһы тормошҡа ашырыла. Ә Хәйбулла районында социаль проблемаларҙы хәл итеүгә сәнәғәт предприятиелары йәлеп ителә

«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумы өс көн дауам итә. Сара сиктәрендә тиҫтәгә яҡын түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, улар муниципаль берәмектәрҙе борсоған йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Төп майҙансыҡтарҙың береһе муниципаль хеҙмәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле, гүзәл заттарҙың башланғысы тураһында.

Иглин районы ҡатын-ҡыҙ етәкләгән муниципаль берәмектәрҙең береһе. Урындағы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Гүзәл заттар ниндәй генә вазифа биләмәһен күңелдә әсәләрсә хәстәрлек һаҡлай, ти хакимиәт башлығы Гүзәл Рәис ҡыҙы.

Дөрөҫлөк бәхәстә тыуа тигән һымаҡ, уңышлы эш алымдары ла фекер алышҡанда барлыҡҡа килә. Өфө форумы ла тотош ил буйлап таратыласаҡ яңы проекттарға нигеҙ һалыр тип көтөлә.

Оло даръялар бәләкәй генә инештәрҙән башланған һымаҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади күрһәткестәре муниципаль берәмектәрҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарынан, уңыштарынан үрелә. Әлеге ваҡыта респулика буйынса тормошҡа ашырылған дөйөм күләмле программаларҙан тыш һәр бер ҡала районда үҙенең генә йөҙөн билдәләгән проекттары бар. Улар төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ошо ерлектә йәшәгән халыҡтың ихтыяжын, мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп төҙөлә. Форум уңышлы эш тәжрибәләрен танытыу, таратыу мөмкинлеге бирә.

Р.Кәримова