Башҡортостан уңайлы инвестиция мөхитен булдырыусы төбәктәр араһында лидерҙар иҫәбендә

Был хаҡта «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумы секцияларының береһендә сығыш яһағанда Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика өлгәшкән уңыштарында туҡтап ҡалмай һәм башҡа төбәктәрҙән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, даими рәүештә яңы проекттар өҫтөндә эшләй. Уңышлы тәжрибәләрҙең береһе-Башҡортостанда ойошторолған бизнес-шерифтар институты. Улар эшҡыуарҙар һәм власть араһында диалог булдырырға ярҙам итә, был үҙ сиратында күп кенә бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтә.