Ауылға күпер кәрәк. Асҡын районының Яңы Ҡушкилде ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында» ҡатнашып, Төй йылғаһы аша күперҙе төҙөкләнедерегә теләй.
Проектҡа ярашлы, яһалма конструкцияның яндауҙарын алмаштырыу, йәйәүлеләр өсөн юлды төҙөкләндереү күҙаллана. Урмияҙ ауыл биләмәһе быға тиклем дә «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында» ҡатнашып, уҙған йылдарҙа трактор өсөн тағылмалар һатып алына, урындағы мәҙәниәт йорто ремонтлана. Әлеге ваҡытта Асҡын районының барлыҡ 15 ауыл биләмәһе лә төҙөкләндереү объекттарын билдәләгән, программаға ҡатнашыу өсөн документтар туплай.