Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бөгөндән алып водителдәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә иғтибар бүлә. Рейд йәмәғәт транспорты пассажирҙарының хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреү маҡсатында ойошторола. Шулай уҡ транспорттың техник торошо, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы тикшерелә. Рейд 26 февралгә тиклем дауам итә.