Радий Хәбиров Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. “Махсус хәрби операция беҙҙең ил өсөн етди һынау булды. Рәсәй хәрби, итисади һәм идеологик баҫымға ҡаршы тора. Махсус операция – глобаль низағ, донъяла ғәҙел тәртип булдырыу өсөн көрәш. Бөгөн Рәсәйҙең яҙмышы, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге билдәләнә. Беҙ туғандаш Украина халҡы менән алышмайбыҙ, беҙҙең дошманыбыҙ - неонацизм. Уға ҡаршы тороу өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим”, - тине Башҡортостан Башлығы. Ул фронтҡа ярҙам иткән, Еңеү өсөн тылда ҙур өлөш индергән республика халҡына рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика етәксеһенең мөрәжәғәтнамәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Унда хәрбиҙәр, йәмәғәтселек вәкилдәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре һәм хеҙмәт алдынғылары ҡатнашты.