“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – ил һәм республика өсөн төп кешеләр. Барыбыҙ өсөн дә мөһим бурыс - фронтҡа ярҙам итеү”. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Махсус хәрби операция беҙҙең илдең коллектив Көнбайыш агрессияһына ҡаршы мәжбүри һәм берҙән-бер яуабы. Уның бөтә маҡсаттары үтәлергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда 2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Яугирҙарға 54 ярҙам сараһы ҡаралған. Фронттан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу кешенең 78 проценты эшкә урынлаштырылған. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә был йүнәлештә алып барылған эште көсәйтергә ҡушты.