Башҡортостанда яугирҙарҙың 78 проценты эшкә урынлаштырылған

Махсус  хәрби операциянан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу ветеран хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.  Был турала Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был йүнәлештә алып барылған эште көсәйтергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда фронттан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе реабилитациялау, социаль адаптация һәм эшкә урынлаштырыу буйынса эш алып барыла. Бөгөнгә уларҙың 90 процентҡа яҡыны диспансер тикшеренеүе үткән. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә 7 мең 600-ҙән ашыу яугир дауаланған.