Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Радий Хәбиров уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Бөгөнгә алғы һыҙыҡҡа 171 гуманитар ылау оҙатылған, 2 меңдән ашыу автомобиль, командирҙар заявкалары буйынса йөҙ берәмек махсус техника тапшырылған
Һуңғы ике йылда республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә ун меңдән ашыу дрон оҙатылған. Быйыл пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы етештереү ҡеүәтен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Ғилми-производство үҙәге асыу планлаштырыла, ул 20 компания-резидентты берләштерәсәк. Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһендә оҙатылған пилотһыҙ осоусы аппараттар күләмен 1 апрелдән илле процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн ветерандар менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Кадрҙар сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын идарасылары ла әҙерләнә.