Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Иван Щербаковтың фатирын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлаштырҙы. Республикала бындай системалар 51 яугир йортона ҡоролған, әле 40 хәрбиҙең торлағы йыһазландырыла.
Ут эсендә үлемдән саҡ ҡалған саҡтары күп булған Иван Щербаковтың. Мәхшәр тураһында хәҙер телефонындағы видеолар, фотолар хәтерләтә. Махсус хәрби операциянан аяғын юғалтып булһа ла ҡайтып һәр көндө ғаиләһе менән уҙғарыуҙы яңы тормош башлау кеүек ҡабул итә.
Протез аяҡ менән яңыса йәшәргә күнегеп тә бара. Фатирҙа уға ярҙамсы барлыҡҡа килә-Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы яугирҙың торлағын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлашырған.
Яңы система менән ир тауыш командалары ярҙамында яҡтылыҡты һәм электр приборҙарын ҡабыҙа һәм һүндерә ала. Бынан тыш, фатирҙың ишектәре алыштырыла, ванна урынына душ кабинаһы ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ ғаилә башлығының үҙенең компьютеры барлыҡҡа килде.
Иван Щербаков махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация ваҡытында үҙ теләге менән юллана. Һигеҙ айҙан һуң контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүен дауам итә.
2024 йылда ҡаты яраланғандан һуң һаулығы буйынса ул хеҙмәттән азат ителгән. Яугир тик ултырырға күнекмәгән. Икенсе төркөм инвалиды тыныс тормоштағы хеҙмәтен дауам итер өсөн үҙенә уңайлыҡтар тыуҙыра.
Иван Щербаковҡа айына бер нисә тапҡыр Миәкә, Иглин, Бөрө райондарына барып ҡайтырға ла тура килә. Ул 18 күперҙе таҙа һәм төҙөк тотоу өсөн яуаплы.
Рәмилә Исмәғилева