Башҡортостанда «Әсәлек капиталы» автоматик рәүештә индексациялана

1 февралдән Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе «Әсәлек капиталы»н 5,6 процентҡа индексациялай. Индексация сертификаттарын өлөшләтә йәки тулыһынса һаҡлаған барлыҡ ғаиләләр өсөн дә үткәрелә. Бының өсөн социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, процесс автоматик рәүештә атҡарыла. Капиталдың бер өлөшөн һаҡлаған ата-әсәләр ҙә был сумманың артыуына иҫәп тота ала. Сертификат буйынса актуаль суммаларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша белергә мөмкин.