Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша. Был юлы йыйылыш Сиҙәм ауыл биләмәһендә үтте. Бындай осрашыуҙар урындағы проблемалар менән яҡындан танышырға, һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Иҫәнгилде ауылы халҡын һыу торбалары һәм юлдар торошо борсой. Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү, балалар майҙансығын төҙөү һәм ауылға ингән урында юл билдәһе ҡуйыу кеүек һорауҙар күтәрелде. Сиҙәм халҡы район башлығы Рөстәм Шәриповтан санкцияланмаған сүплек мәсьәләһен хәл итеүҙә һәм ауылды төҙөкләндереүҙә ярҙам һораны.