Ауырғазы районы Түрҫәгәҙе ауылында халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса обелискты яңыртырға ниәтләй. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары менән бергә, локаль һуғыштарҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала. Проект тормошҡа ашһа, обелиск урынлашасаҡ биләмә парк булараҡ та үҫешә аласаҡ. Бында төрлө ағастар ултыртыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыу ҙа күҙаллана.