Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн мөһим бурыстарҙың береһе... Дүртенсе йыл махсус хәрби операция дауам итә. Илебеҙ хәрби, иҡтисади, идеологик баҫымға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, глобаль конфликтта ғәҙел донъя тәртибе, тыныс киләсәк өсөн көрәш бара.
Бөгөн республика һәм ил халҡы өсөн төп кешеләр - ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Алғы һыҙыҡҡа ярҙам итеү - барыһы өсөн дә иң мөһим бурыс. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ил президенты менән бергә булырға саҡырҙы. Берҙәмлек менән көслөбөҙ.
Барыһы ла еңеү өсөн. Республика махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙарға күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Бөгөнгә алғы һыҙыҡҡа 171 гуманитар ылау оҙатылған, 2 меңдән ашыу автомобиль, командирҙар заявкалары буйынса йөҙ берәмек махсус техника тапшырылған. Радий Хәбиров Еңеүгә төбәк предприятиелары ла ҙур өлөш индереүен билдәләне. Был йүнәлештә эште дауам итеү мөһимлеге билдәләнде.
Башҡортостан - пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә лә әйләнде. Предприятиелар алғы һыҙыҡ өсөн мөһим продукция сығара.
Һуңғы ике йылда республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә ун меңдән ашыу дрон оҙатылған. Быйыл пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы етештереү ҡеүәтен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Ғилми-производство үҙәге асыу планлаштырыла, ул 20 компания-резидентты берләштерәсәк. Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһендә оҙатылған пилотһыҙ осоусы аппараттар күләмен 1 апрелдән илле процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостан ирекле батальондар төҙөгән тәүге төбәктәрҙең береһе. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта хәрби ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. 15 яугир Рәсәй геройы исемен алды, уларҙың туғыҙы үлгәндән һуң... Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтағыларға ныҡлы терәк булырға, барлыҡ ихтыяждарын үтәргә саҡырҙы.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация - бөгөн ветерандар менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Кадрҙар сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын идарасылары ла әҙерләнә.
Бөгөн ветерандарҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, урындағы үҙидаралыҡ органдары составында ла күрергә мөмкин.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса эште көйләргә ҡушты. Шулай уҡ бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелергә тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина