Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты

Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты. Унда ул үҙенең сығышындағы төп темаға, йәғни «Барыһа ла еңеү өсөн» девизына аңлатма бирҙе. Республика өсөн дүртенсе йыл инде төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Сөнки президентыбыҙ билдәләгән махсус хәрби операцияның маҡсаттары тормошҡа ашырылырға тейеш. Әлеге ваҡытта һөйләшеүҙәр алып барылһа ла, махсус хәрби операция туҡтамай. Яу яланында беҙҙең хәрбиҙәр бурыстарҙы үтәй. Операцияның маҡсаттары үтәлһен өсөн ул шулай барырға тейеш, - тип билдәләне Радий Хәбиров.