Баш ҡалала «Өйҙә» фестивале үтте

Һин Башҡортостанға кәрәк! Өфөлә республикала тыуған, әлеге ваҡытта төрлө ҡалаларҙа белем алған студенттар өсөн «Өйҙә» фестивале үтте. Сарала Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әле тыуған төйәгенән ситтә уҡыған студенттарҙы сәләмләп, уларға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә вәғәҙәләне. Көрәш һарайында ойошторолған осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Мәскәүҙә уҡыһам да, күңелем менән тыуған яғымда, ти Пирогов исемендәге Рәсәй Милли тикшеренеүҙәр медицина университеты студенты Юлиә Хәлилова. Сессияһын уңышлы тамамлаған ҡыҙ ҡышҡы каникулын өйҙә, туғандары янында үткәрә. Әммә әүҙем студент тормошонан Өфөлә лә айырылмай.

«Өйҙә» фестивалендә ҡатнашҡан Юлиә Радий Хәбиров ҡулынан «Башҡортостан ирекмәне» почетлы билдәһен алды. Республика етәксеһе студенттарҙы сәләмләп, бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне. Төбәк башлығы яҡын арала Кадрҙар әҙерләү үҙәген булдырыу һәм февралдә Мәскәүҙә уҡыған яҡташтарыбыҙ өсөн ике маршрут буйынса гуманитар ылау оҙатыу тураһында хәбәр итте.

Белем алыу өсөн башҡа төбәктәргә юлланһалар ҙа, республика улар өсөн ысын мәғәнәһендә таяныс, дуҫтар һәм фекерҙәштәр менән осрашыу урыны булып ҡала. Күсмә осрашыуҙар һәм проекттар яҡташтарыбыҙға Башҡортостан менән бәйләнеште өҙмәҫкә, тыуған яҡтың ярҙамын тойоп йәшәргә ярҙам итә.

Бер нисә көн дауам иткән сарала сәнәғәт, бизнес, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр менән тематик осрашыуҙар үткән. Форумдың һуңғы көнө Көрәш һарайында эстәлекле, бай программа менән тамамланды. Ул 23 төбәк, 6 ил һәм 2 мең ярымдан ашыу студентты берләштерҙе. Төп маҡсат - йәштәргә республикала эшләү, карьера төҙөү һәм үҫешеү мөмкинлеген күрһәтеү.

Республикала бер миллиондан ашыу йәштәр йәшәй, был һан буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урында. Төбәктә Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Сөнки республика киләсәге тап уларҙың ҡулында.

Әлфинә Килдейәрова