Өфө республика умартасыларын бергә йыйҙы

Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән форум бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ағасты уйып яһалған солоҡ - боронғо кәсеп. Ҡырағай балдың тәме лә башҡа. Әммә заман менән бергә солоҡтар ҙа, түмәр умарталары ла үҙгәреш кисерә. Хәҙер уларҙы ҡатлы итеп яһаған оҫталар ҙа бар. Форум сиктәрендә Федоровкалар үҙҙәренең үҙенсәлекле солоҡтарын, түмәр умарталыр алып килгән.

Умартасылар форумы тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш тармаҡ проблемаларын хәл итеүгә лә ҡоролғайны. Башҡорт бал ҡорто популяцияһын һаҡлау шуларҙың береһе.

Тармаҡ мәсьәләләренә бәйле һорауҙар артабан пленар ултырышта тикшерелде. Ҡатнашыусылар бал ҡорттарын республикаға легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тармаҡҡа йәш көстәрҙе йәлеп итерлек программалар ҙа күтәрелде.

Эшҡыуарлыҡ эше менән ҡыҙыҡһынған, тармаҡты үҫтерерҙәй йәштәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Кәсепселек эшенә ныҡлап тотоноп китеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа ҡаралған. Тик теләк кенә булһын. Уҡыу-уҡытыу сараларын ойоштороу, квалификацияны үҫтереү, тәү башлап китеү өсөн финанс ярҙам күрһәтеү һанап үтелгәндәрҙең береһе.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Умартасылыҡты фәнгә, ғилми асыштарға нигеҙләнеп алып барыу, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү төп шарттарҙың береһе тип билдәләнде. Әле ул Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм агроколледждар тарафынан тормошҡа ашырыла.

Азат Ғәлиуллин