Радий Хәбиров Республика парламентына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, 1 апрелдән шундай бурыс ҡуйҙы. Беҙҙең республика ике йылда алғы һыҙыҡҡа 10 меңдән ашыу дрон оҙатҡан. - Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиолэлектрон көрәш үҙәктәренең береһе. Республика предприятиелары Рәсәйҙә беренсе булып күпләп FPV-дрон һәм пилотһыҙ осҡостар өсөн электр двигателдәр етештерә башланы. Беҙҙең "Ҡыш Бабай" тип аталған ауыр дрон һынауҙар үтте, бөгөн яугирҙарға ярҙам итә, - тине Радий Хәбиров.